top of page

Публикациялар

Рус мәктәптәрендә башҡорт теленең орфоэпик нормаларына өйрәтеү тәжрибәһенән

 

 Билдәле  булыуынса, рус мәктәптәрендә балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары түбәндәгеләрҙән тора: 1) уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды аңларға өйрәтеү (русса - аудирование); 2) башҡорт өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү (русса - говорение); 3) дәреслектәге текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат» гәзит-журналдары менән таныштырып, уларҙы уҡырға өйрәтеү; 4) һүҙҙәрҙе, әйтелеше ауыр булмаған һүҙҙәрҙән торған һөйләмдәрҙе, бәләкәй күләмле текстарҙы күсереү аша үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу; 5) башҡорт телен көнкүрештә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында дөрөҫ итеп ҡулланырға өйрәтеү һ.б. [1, 30]

Шулай итеп, быларҙың бөтәһе лә иң тәүҙә башҡорт теленең орфоэпик нормаларын үҙләштереүгә ҡайтып ҡала һәм телмәр аппаратының айырым өлөштәрен әүҙем эшләтеүгә бәйле күнегеүҙәр ярҙамында башҡарыла. Был күнегеүҙәргә артикуляция гимнастикаһы, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәргә күнегеүҙәр, шулай уҡ һулыш һәм тауыш күнегеүҙәре инә. Мәҫәлән: 1) телдең артҡы өлөшө менән әйтелә торған һуҙынҡылар – артҡы рәт һуҙынҡылары – ҡалын һуҙынҡылар әкрен, ҡысҡырып, шыбырлап йәки бөтөнләй тауышһыҙ өсәр мәртәбә ҡабатлана. Был күнегеүҙе эшләгәндә өндәр үҙ урынында яһалырға, ирендәр үҙ урындарында булырға тейеш. Һәр өндө айырым-айырым әйтергә кәрәк: [а – ы – о – у – ый]; 2) алғы рәт һуҙынҡылары, йәғни нәҙек һуҙынҡылар ҙа шул рәүешле ҡысҡырып, әкрен, шыбырлап, тауышһыҙ ҡабатлана: [ә – э – ө – ү – и].

Башҡорт телендә ҡалын һуҙынҡылар тамаҡ төбө менәнерәк, ҡаты итеп әйтелһә, нәҙек һуҙынҡылар ирендәргә яҡын, телдең осонда ғына, йомшаҡ әйтелә. Башҡорт телендәге һуҙынҡылар яңғырашы менән рус теленән йәки рус теле аша башҡа телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙәге һуҙынҡыларҙан айырылып тора, шуға күрә төп башҡорт һүҙҙәрендәге һәм интернациональ һүҙҙәрҙәге һуҙынҡыларҙы сиратлаштырып әйтеп өйрәтергә кәрәк: мәҫәлән, [э]таж - [э]лек.

 Уҡыусыларҙы һуҙынҡы өндәрҙең дөрөҫ яңғырашына өйрәткәндән һуң тик һуҙынҡыларҙан торған иштәрҙең һәм берләшмәләрҙең дөрөҫ әйтелешен үҙләштереүгә күсергә кәрәк. Мәҫәлән: 1) был осраҡта ла алғы һәм артҡы рәт һуҙынҡыларын парлаштырып, ҡысҡырып, әкрен, шыбырлап һәм бөтөнләй тауышһыҙ әйтеү: [а – ә],[ы – э], [о – ө], [у – ү], [ый – и]; 2) артҡы рәт һуҙынҡыларын үҙ-ара өсәр мәртәбә ҡысҡырып, әкрен, шыбырлап, бөтөнләй тауышһыҙ ҡабатлау: [а – а], [а – ы], [а –ы –о], [а – ы – о – у], [а – ы – о – у – ый]; 3)алғы рәт һуҙынҡыларын да ошо рәүешле бер нисә мәртәбә ҡысҡырып, әкрен, шыбырлап, бөтөнләй тауышһыҙ әйтеп күнектереү: [ә – ә],[ә – э],[ә – э – ө],[ә – э – ө –ү],[ә – э – ө –ү – и]. Шулай итеп, ошондай күнегеүҙәр ярҙамында тик башҡорт теленә генәхас һуҙынҡы өндәрҙең яһалыу урындарын билдәләйбеҙ һәмдөрөҫ әйтелешен нығытабыҙ.

  • ҙер башҡорт теленең үҙенсәлекле тартынҡыларын ( [ҡ], [ғ], [һ], [ң], [ҙ], [ҫ] ) дөрөҫ әйтеүгә булышлыҡ итеүсе күнегеүҙәргә күсәйек. Бында ла өндәрҙең артикуляцияһын асыҡлауҙан башлауҙы, дөрөҫ, тип һанайбыҙ. Икенсе төрлө әйткәндә, тартынҡы өндәрҙең артикуляцияһын аңлатыу - уларҙы дөрөҫ әйтергә өйрәтеүҙең нигеҙе. Тартынҡылар артикуляция урыны, артикуляция рәүеше, тауыш һәм ҡатнашлығы буйынса ҡылыҡһырланалар: 1) [һ] - ышҡыулы, тамаҡ төбө, яңғырау; 2) [ҫ] - теш араһы, ышҡыулы, һаңғырау; 3) [ҙ] - теш араһы, ышҡыулы, яңғырау; 4) [ң] - аңҡау, танау, талғын; 5) [ғ] - аңҡау, шартлаулы, яңғырау; 6) [ҡ] - аңҡау, шартлаулы, һаңғырау.

  • ҙ, мәҫәлән, уҡыусыларға [ң] өнөнөң яһалышын түбәндәгесә аңлатыуҙы хуп күрәбеҙ:  иң тәүҙә уны [н] өнөнөң яһалышы менән сағыштырабыҙ; аҙаҡ артикуляцияһын аңлатабыҙ (телдең төбө йомшаҡ аңҡауға  табан хәрәкәт итә, ләкин йомшаҡ аңҡауға теймәй, ирендәр бер ни тиклем асылып, хәрәкәтһеҙ ҡала, һауа танау ҡыуышлығында ҡаршылыҡҡа осрай).

Икенсе алым өндәрҙең артикуляцияһын сағыштырыу алымы. Методик яҡтан бигерәк тә парлы  яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙың артикуляцияһын сағыштырыу отошло: мәҫәлән, [ҫ] - [ҙ],[ҡ] - [к],[в] - [ф],  [ғ] - [г] һ.б.

Өн ҡушылмалары менән эшләү алымы ла бик уңышлы.Был осраҡта башҡорт теленең үҙенсәлекле тартынҡылары менән ижектәр (өн ҡушылмалары) яһала, һәм уҡыусылар,өндәрҙе дөрөҫ әйтеп, ҡушылмаларҙы ҡабатлайҙар. Был эште таблица ярҙамында ла башҡарырға мөмкин.

Дәрестәрҙә артикуляция аппаратына һәм дөрөҫ һулыш алыуға булышлыҡ итеүсе махсус күнегеүҙәр эшләйбеҙ. Әммә был эште уҡытыусы һулыш алыуҙа булған кәмселектәрҙе иҫәпкә алып ойошторорға тейеш. Уҡыусыларҙың һулыш алыуында булған кәмселектәр түбәндәгеләр: күкрәктең өҫкө өлөшө менән һулау, ҡысҡырып, тауышлы итеп һулау; өҙөп-өҙөп һөйләү, һулышты бөтөнләй сығарып бөтөргәнсе, өҫтәмә һулыш алмайса һөйләү; һулышһыҙ һөйләү һулышты беренсе һүҙҙә сығарып бөтөрөп, ҡалғандарын һулышһыҙ һөйләү һ.б.

Уҡыусыларҙа булған ошондай һулыш алыу кәмселектәрен бөтөрөү, иҫкәртеү өсөн, улар менән махсус күнегеүҙәр эшләтергә кәрәк. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре: 1) һауаны эскә һулайбыҙ, ирендәрҙе ябып бер нисә секундтан һуң эскә алған һауаны ауыҙ ҡыуышлығынан кире сығарабыҙ; 2) ошо рәүешле һауаны эскә һулап, ирендәрҙе ҡымтып, һауаны танау аша сығарабыҙ; 3) киреһенсә, һауаны, ирендәрҙе ҡымтып, танау аша алабыҙ һәм һулышты ауыҙ аша сығарабыҙ һ.б.

Дәрес барышында өндәр, өн ҡушылмалары менән бер рәттән уҡытыусы орфоэпик нормаларҙы үҙләштереү маҡсатынан дәрестәрҙә төрлө менән эш итә. Әлбиттә, улар үҙҙәренең йөкмәткеләре яғынантәрән мәғәнәгә эйә түгел. Ләкин уларҙағы өндәрҙең ҡатмарлы итеп сиратлашыуы телдең һәм ирендәрҙең орфоэпик күнекмәләргә өйрәнеүенәҙур ыңғай йоғонто яһай.

  • ҡыусылар ғәҙәттә тиҙәйткестәрҙе таҡмаҡлап әйтергә генә тырыша. Ә уҡытыусы, киреһенсә,  уларҙың йөкмәткеһен юғалтмайынса, мәғәнәле итеп, әкрен генә, ашыҡмай ғына һөйләтә башлап, өндәрҙең дөрөҫ яңғырашыуына  ирешеп, әйтеү тиҙлеген арттыра бара. Ошоларҙы күҙ уңында тотҡан саҡта ғына уҡыусыларҙың телмәрендәге бөтә кәмселектәрҙе бөтөрөүгә ирешеп була. Һөҙөмтәлә беҙҙең уҡыусыларыбыҙ башҡорт әҙәби теленең орфоэпик нормаларын үҙләштереүгә ирешә.   

Шулай итеп, башҡорт әҙәби теленең орфоэпик нормаларына ярашлы дөрөҫ һөйләү күнекмәләрен уҡыусыларҙа булдырыу аралашыу процесында юғарыла күрһәтелгән махсус метод һәм алымдар ярҙамында тормошҡа ашырыла.

 

Әҙәбиәт

 

  1. Усманова М.Ғ., Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу рус телендә алып барған мәктәптәрҙең 1-11- се кластары өсөн) . -  Өфө: Китап.  – 2003. – 65 б.

  2. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М., Абдудхаева Г.Н. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се синыфы өсөн дәреслек. 3 – сө баҫма. – Өфө: Китап, 2006. – 224 б.

  3. Ғәбитова З.М. ,Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының  6-сы класс уҡыусылары  өсөн  уҡыу ҡулланмаһы.. – Өфө: Китап, 2015. – 152 б.

Йылҡыбаева Зөлфиә Заһир ҡыҙы

Өфө ҡалаһы ҡала округының 100-сө мәктәбе Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

  • Facebook Clean Grey
  • Twitter Clean Grey
  • LinkedIn Clean Grey
bottom of page