top of page

Мин- уҡытыусы

  • Бәләкәй саҡтағы хыял, 
    Тормошҡа ашһа әгәр-
    Ул кеше иң бәхетлеһе
    Донъяны тағы йәмләр

  •    Ысынлап та, тормошта, моғайын, йәнең һөйгән, күңелең ятҡан һөнәрҙе үҙләштереп, эшләүҙән дә ҙур бәхет юҡтыр. Ҡасан ғына үҙем мәктәп партаһы артында ултырғанда уҡытыусы булыу хыялы менән яна инем. Башланғыс синыфтарҙа белем үрҙәренә әйҙәүсебеҙҙең үҙен итәғәтле, тәртипле тотоуона, яғымлы ғына тауышы менән, беҙҙе, шаян балаларҙы тыңлата алыуына һоҡландым. Бына шул ваҡыттан миндә уҡытыусы булыу теләге уянғандыр. Мәктәптән һуң, өйгә ҡайтып, үҙемдән кесе туғандарыма дәрестәр үткәреүем дә шул хаҡта һөйләй. Уларҙың тәүге хәрефтәр өйрәнеп, ижекләп уҡый башлауҙарында ла минең, апайҙарының, уҡытыусы булыу хыялы менән янған ҡыҙҙың ҡатнашлығы булды тип әйтһәм һис арттырыу булмаҫ. 
       Мәктәп йылдарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен көтөп алып, район-республика олимпиадаларында ҡатнашыуыма уҡытыусым күп көс һалды. Остазым дәрестәрҙән һуң ҡалып та туған телгә һөйөү тәрбиәләү эше менән шөғөлләнеүен дауам итте. Яулаған уңыштарыма минән нығыраҡ шатлана ине. Бөгөн үҙем, уҡытыусы булып эшләй башлағас, уларҙы аңлай башланым. Ысынлап та, һәр уҡытыусының төп маҡсаты-бала күңеленә асҡыс яратып, услап-услап белем өләшеү, үҙ-аллы фекер йөрөтөргә өйрәтеү. Ә был ябай эш түгел. Минеңсә, дәрес-ул теманы, материалды аңлатыуға ғына ҡоролорға тейеш түгел. Уҡытыусыларҙың тормош һабаҡтары мәктәп коридорында, тәнәфес ваҡыттарында, дәрестәрҙән һуң ҡалып аралашыуҙарҙа ла дауам итә. 
        Өсөнсө йыл уҡытыусы булып эшләүемдә байтаҡ тәжрибә тупланым тип әйтә алам. Балаларҙы аңлай белеү, иң мөһиме яратыу кәрәк, шул ваҡытта ғына улар менән ҡуйған уртаҡ маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин. Ысынлап та, дөрөҫ әйтәләр, яратҡан эш ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Иртәнсәк эшкә ашыҡҡан һайын башымда яҡты уйҙар, күпме ата-әсә үҙ балаһын миңә туған телгә һөйөү тәрбиәләү эшенә ышанып тапшырған. Ә мин уларҙың өмөтөн аҡларға мотлаҡ тырышасаҡмын. Бөйөк шағирыбыҙ әйткәнсә, уҡытыусы - кешене оло тормошҡа әҙерләй. Киләсәк һөнәремде ҡабаттан һайлау мөмкинлеге бирелһә, мин һис шикһеҙ бөгөнгө юлдан барыуҙы һайлар инем. Әлеге эшемдә эшләүем, мине бәхетле итә, бала саҡ хыялыма тоғро ҡалыуыма бер аҙ ғорурлыҡ тойғоһо ла өҫтәй. 
           Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

 

Йылҡыбаева Зөлфиә Заһир ҡыҙы

Өфө ҡалаһы ҡала округының 100-сө мәктәбе Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

  • Facebook Clean Grey
  • Twitter Clean Grey
  • LinkedIn Clean Grey
bottom of page